top of page

Мин – уҡытыусы!

     Атаҡлы педагог В.А. Сухомлинский: “ Әгәр бәхетле ҡартлыҡ күргегеҙ килһә, аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтерегеҙ”, - тигән. Был изге бурысты үтәүҙә һәр ғаилә уҡытыусы ярҙамына өмөт итә.

     Уҡытыусы – йәшәйеште алға этәреүсе. Күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм кешелеккә мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә.

     Уҡытыусы – шәхес үҫтереүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе, оҙатып ҡалыусы бөйөк йән эйәһе. Ул – үҙе лә уҡыусы кеүек, сөнки ғүмергә эҙләнә, заман менән бергә атлар өсөн белемен камиллаштыра, заманса һөйләшә, ләкин бары бер уҡытыусы булып ҡала.

    Үҙ хеҙмәтен яратып башҡарған, балаларҙың телен аңлаған, ата-әсәләргә  хөрмәт менән ҡараған уҡытыусыларҙы яратып, үҙ итеп “Уҡытыусы апай” тип өндәшәләр.

       Баҡтиһәң, хәҙерге заманда  бик күп йәштәр был һөнәргә уҡып та, мәктәпкә эшкә бармайҙар, башҡа өлкәлә эшләргә теләйҙәр. Уҡытыусы эше иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе, сөнки ул эш яуаплы ла, етди лә, ҡатмарлы ла, ләкин шул уҡ ваҡытта игелекле лә. Шуға күрә бары тик балаларҙың күңелен аңлаған, уларҙы үҙ балаһы кеүек яҡын күргән һәм һөйгән, үҙ эшен яратҡан  кеше генә уҡытыусы була ала. Әгәр унан ысын кешелек сифаттары бөркөлөп тормаһа, балаларҙа шәфҡәтлелек тәрбиәләп булмаҫ ине. Яратыу – бала күңелен яйға һалыусы берҙән бер көс ул!

     Мин көн һайын мәктәп ишеген асып инәм. Унда мине яратып ҡаршы алыусы, янып тороусы күҙҙәр ҡаршылай. Минең маҡсатым – һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу.

     Минеңсә, яҡшы уҡытыусы булыу өсөн белем генә аҙ, ә тәнеңдәге бөтә күҙәнәгең аша һин үҙеңде уҡытыусы итеп тоя белергә лә тейешһең. “Уҡытыусы хеҙмәтенең асылы нимәлә һуң?”. Икмәк бешереүсе бер нисә сәғәттән бешергән икмәген күреп һөйөнә, парихмахер бик тиҙ генә ваҡыт эсендә өлгәшкән һөҙөмтәһен күрә. Ә бына уҡытыусыға эшләргә лә эшләргә. Үҙенең хеҙмәт емешен күреп һөйөнөргә, үҙен бәхетле итеп һиҙеү өсөн уға бик күп йылдар кәрәк.

     Уҡытыусы күпмелер кимәлдә актер ҙа ул. Ул “сәхнәгә” үҙенең шәхси борсолоуҙарын сығармаҫҡа, һиҙҙермәҫкә  тейеш. Шуға ла мин, ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, класҡа һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, шат йылмайыу, яҡты сырай менән керергә тырышам, сөнки мин – Уҡытыусы!  Эйе,  ул - оҫта артист, ләкин уға ҡул сапмайҙар, ул оҫта скульптор ҙа, ләкин уны күрмәйҙәр, ул яҡшы табип та, ләкин уға пациенттар бик һирәк кенә дауаланған өсөн рәхмәт әйтә. Ә рухланыу өсөн ҡайҙан көс табырға һуң? “Бары тик үҙеңдән, үҙеңдең хеҙмәттәреңдең бөйөклөгөнән”, - тигән танылған яҙыусы С.Л. Соловейчик.  Эйе, уҡыусыларымды шатландырып, күңелдәрен күреп, ихласлыҡтарын һүндермәйенсә, белемгә ҡыҙыҡһыныу уятып,  эшләргә лә эшләргә...Үҙеңдең ҡойған хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү өсөн бик сабыр, иң ҡатлаулы ваҡыттарҙа ла оптимист булып ҡалырға, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа кәрәк.

     Атаҡлы педагог К.Д. Ушинский ҙа: “Уҡытыусы һәр ваҡыт уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала”, - тип яҙған.  Заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап барырға ынтылған кеше – заман кешеһе тиҙәр. Ә гел үҫештә, эҙләнеүҙә булып, заман талаптарына тура килә торған кеше  – һәр саҡ ихтыяж үҙәгендә йәшәй. Тимәк, уҡытыусы ғүмер  буйына белемен камиллаштырып, үҙ өҫтөндә эшләргә, йәғни эрудициялы булырға тейеш. Ул һәр яҡлап үрнәк, шәхес булырға тейеш. Мәктәптә үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеүе, ғаиләһе менән дә.

     Йылдар үтә. Мин үҙемде  башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдыма килтерә лә алмайым. Маҡсатымды тормошҡа ашырҙым. Күпме көс түгеп, өйөм-өйөм китаптар, йоҡоһоҙ төндәр һәм бына мин ул бөйөк һөнәргә эйә булдым. Мин – Уҡытыусы! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.  Был миңә ғорурлыҡ. Башҡортостандың киләсәк быуынын тәрбиәләйем мин. Ата-бабаларҙың рухын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен уҡыусыларыма еткерәм. Мин белем биреүсе, үҙ телемдең бөгөнгөһөн һаҡлап, яҡлап, киләсәккә уны юғалтмау, үҫтереү  юлдарына төшөндөрөүсе изге һөнәремә 12 йыл тоғро хеҙмәт итәм. Көн һайын яратҡан, үҙем уҡып сыҡҡан мәктәбемә ашығам. Унда мине нисәмә күҙҙәр көтә. Һөйөклө уҡыусыларымды күреү, уларға белем һәм тәрбиә бирә алыу – минең өсөн ҙур бәхет.

32-single-default.jpg
Unknown Track - Unknown Artist
00:00 / 00:00
bottom of page